БАТЫРЛЫҒЫ ОНОТОЛМАҪ Кисә, 22:23 // Категория: Йәмғиәт

БАТЫРЛЫҒЫ ОНОТОЛМАҪ

5 мартта Ермолаево ауылындағы бер ағас йорт яныуы, 1924 йылғы ҡатындың утта һәләк булыуы тураһында яҙғайныҡ. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: янғын ваҡытында Стәрлетамаҡтан өләсәләренә ҡунаҡҡа килгән 21 йәшлек Екатерина Слегина ҡаты тән йәрәхәттәре алып, үҙенең 8 һәм 3 йәшлек ҡустыларын фажиғәнән ҡотҡара. Уларҙың өсөһө лә дауаханаға оҙатыла. Батыр ҡыҙ өс аҙна тирәһе Өфөлә реанимацияла ята. Уның ғүмере өсөн табиптар нисек кенә тырышһалар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Катя 22 мартта, көндөҙгө сәғәт 2-лә дауаханала йән бирә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы туғандары өсөн ғүмерен йәлләмәгән ҡыҙға “Янғында күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалын юллаясаҡ.

“Юшатыр” гәзите, Екатерина фажиғәле вафат булыу сәбәпле, уның ата-әсәһенең, яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша. Уларға сабырлыҡтар теләй.

Уҡынылар 6 тапҡыр   Тотош уҡырға

«ӨЙРӘНГӘНБЕҘ, БЕЛӘБЕҘ...» Кисә, 22:00 // Категория: Йәмғиәт

«ӨЙРӘНГӘНБЕҘ, БЕЛӘБЕҘ...»

Район, ҡала һәм ауыл советы етәкселәре әлеге көндәрҙә яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре менән мәз киләләр. Уларҙың һәр береһенең был ваҡыттағы бурысы — ташҡынды бәлә-ҡазаһыҙ, фажиғәһеҙ үткәреп ебәреү. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған һәр бер ауылда комиссия ултырыштары уҙған, халыҡҡа иҫкәртмәләр таратылған.

Уҡынылар 5 тапҡыр   Тотош уҡырға

ЮЛИӘ НИҢӘ АМЕРИКАҒА ЮЛЛАНА? Кисә, 21:57 // Категория: Йәмғиәт

ЮЛИӘ НИҢӘ АМЕРИКАҒА ЮЛЛАНА?

Башҡортостаныбыҙҙан сыҡҡан талантлы, сит ерҙә йәшәүсе егет-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. “Юшатыр” гәзите уларҙың тормошо, уңыштары менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ нәҫеле менән Яманһарынан булған, Күмертауҙа тыуып-үҫкән Юлиә Иҙрисова менән. Ул әле Америкала йәшәй.

Уҡынылар 5 тапҡыр   Тотош уҡырға

30 МЕҢ ҺУМ АЛАМ ТИҺӘҢ... 21-03-2017, 14:37 // Категория: Йәмғиәт

30 МЕҢ ҺУМ АЛАМ ТИҺӘҢ...

Ҡалабыҙҙа тиҙҙән тегеү фабрикаһы асылыуы хаҡында хәбәр үткән йылдың аҙаҡтарында уҡ билдәле булғайны. Был турала гәзитебеҙҙә лә яҙып сыҡҡайныҡ («Ожмах утрауы булырмы?», «Юшатыр», 2016 йыл, 1 декабрь, №139).

Һуңғы көндәрҙә интернет селтәрендә был фабрика тирәләй һүҙҙәр тағы ла ҡуйыра башланы. «Ишеттегеҙме әле, тиҙҙән Күмертауҙа тегеү фабрикаһы асыласаҡ. Унда 1000 эш урыны, эш хаҡы 30 мең һум була икән. Бәлки, кешеләр эш менән мәшғүл булып, ҡалала теләһә ниндәй енәйәт ҡылыуҙар онотолор», - тип тә яҙалар, хатта.

Уҡынылар 13 тапҡыр   Тотош уҡырға

ҺӘР ЗАМАНДЫҢ ҮҘ ХАМБАЛЫ 21-03-2017, 14:29 // Категория: Йәмғиәт

ҺӘР ЗАМАНДЫҢ ҮҘ ХАМБАЛЫ
ҺӘР ЗАМАНДЫҢ ҮҘ ХАМБАЛЫ

“Юшатыр” гәзитенең интернет селтәрендәге ВК төркөмөнә яҙылған һорауға яуап эҙләнек. Унда һүҙ Таймаҫ ауылындағы аяныслы хәл тураһында бара.

Уҡынылар 24 тапҡыр   Тотош уҡырға

ҮТКӘН ҒҮМЕР АҠҠАН ҺЫУ ИКӘН 21-03-2017, 14:26 // Категория: Йәмғиәт

ҮТКӘН ҒҮМЕР АҠҠАН ҺЫУ ИКӘН

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығын байрам итергә лә оҙаҡ ҡалманы.

Уҡынылар 18 тапҡыр   Тотош уҡырға

ХАЛЫҠ ҺОРАЙ, ВЛАСТЬ ВӘҒӘҘӘЛӘЙ 21-03-2017, 14:21 // Категория: Йәмғиәт

ХАЛЫҠ ҺОРАЙ, ВЛАСТЬ ВӘҒӘҘӘЛӘЙ

16 мартта Яманғол ауылында уҙған сходҡа 28 кеше килде (ауылда 218 кеше теркәлгән). Йыйылыш, ғәҙәттәгесә, силсәүит башлығының отчет доклады менән башланып китте. Отрада ауыл советы хакимиәте башлығы Галина Майорова ауыл халҡын киләсәккә пландар менән таныштырғандан һуң, янғын һәм яҙғы ташҡын хәүефенә бәйле аңлатма эше алып барҙы.

Уҡынылар 17 тапҡыр   Тотош уҡырға

КҮМӘКЛӘГӘН ЯУ ҠАЙТАРҒАН 21-03-2017, 14:15 // Категория: Йәмғиәт

КҮМӘКЛӘГӘН ЯУ ҠАЙТАРҒАН

Илкәнәй ауылы мәктәбенең 5-7-се класс уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Мөхәмәтшина менән 42 йыл уҡытыусы булып эшләгән, хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Зөбәржәт Мөхәмәҙиеваға ярҙам итте.

Уҡынылар 13 тапҡыр   Тотош уҡырға

«КЕЙӘҮГӘ СЫҠМАЙЫМ ӘЛЕ» 20-03-2017, 16:57 // Категория: Йәмғиәт

«КЕЙӘҮГӘ СЫҠМАЙЫМ ӘЛЕ»

Районыбыҙҙан сыҡҡан талантлы егет-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. “Юшатыр” гәзите уларҙың тормошо, уңыштары менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ оҫта бейеүсе Яңы-Юл ауылы ҡыҙы Розалина Бикмаева тураһында. Уны күбебеҙ йырсы Илнур Юламановтың “Председатель силсәүит” клибында төшөүе аша белә.

Уҡынылар 12 тапҡыр   Тотош уҡырға

ЯҘҒЫ ҠОЯШ ТӨҪЛӨ 20-03-2017, 16:25 // Категория: Йәмғиәт

ЯҘҒЫ ҠОЯШ ТӨҪЛӨ

Килешле буй-һынынан, йөрәкте иретерлек гелән йылмайып торған мөләйем йөҙөнән йылылыҡ, сафлыҡ бөркөлә был шәфҡәт туташының. Әйтерһең, ҡояштың ал нурына төрөнгән дә, тирә-йүнгә тик изгелек орлоҡтары сәсә.

Уҡынылар 11 тапҡыр   Тотош уҡырға